«Башҡортостан – беҙҙең оябыҙ», «Ҡырмыҫҡалы дәфтәренән», «Табындарға табыныу», «Бағышлауҙар», «Арнауҙар», «Ауыр яҙмышлы халыҡтың шағиры булыу ауыр…», «Ижади портреттар», «Иҫтәлектәр» исемле бүлектәрҙән төҙөлгән йыйынтыҡта шағирҙың быға тиклем донъя күрмәгән әҫәрҙәре (2013 – 2016 йылдарҙа яҙған шиғырҙары) һәм ҡәләмдәштәренең шағир хаҡында иҫтәлектәре индерелде.Ҙур бер бүлекте алып тороусы «Башҡортостан – беҙҙең оябыҙ» өлөшөндә әҙиптең Башҡортостаныбыҙ, республикабыҙ, тыуған илебеҙ, еребеҙ хаҡында бай йөкмәткеле шиғырҙары урын алған:«Мин донъяға бер йәшәргә тыуҙым,Күңелемә йыям көн йәмен.Йыйғанымды тотош ҡайтаралһам,Ерҙә бер йәшәүгә көймәмен» ти шағир китапҡа инеш һымаҡ итеп индерелгән тәүге битендә. Это и многое другое вы найдете в книге Чтобы жить один раз (Киньябулатов Ирек Лутфиевич)