Письмена на сердце. Рашит Шакур Шакуров Рашит Закирович

Подробная информация о книге «Письмена на сердце. Рашит Шакур Шакуров Рашит Закирович»

Шакуров Рашит Закирович - «Письмена на сердце. Рашит Шакур»

О книге

Күренекле шағир, прозаик, публицист һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүр «Йөрәктәге яҙмалар» исемле өр-яңы китабында үҙе, үҙенең дәүере – ике быуат хаҡында,  ижтимағи һәм сәйәси ваҡиғалар тураһында бәйән итә, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ яҙмышы өсөн хәҙер ҙә әһәмиәтле проблемаларҙы күтәрә. Хәтирәләр иң элек «Ағиҙел» журналында донъя күрҙе, уҡыусылар һәм йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Йөрәктәге яҙмалар» өсөн авторға 2017 йылдың декабрендә журналдың йыллыҡ премияһы тапшырылды.Йыйынтыҡ бөтәһе биш бүлектән ғибәрәт. Тәүге бүлектә  («Күҙ алдында, күңел түрендә») автор уҡыусыны бала сағы, үҫмер йылдары менән таныштырһа, икенсеһендә иһә («Ырыуыбыҙ –меркет, ҡошо - бөркөт») тыуған ауылы Сумар хаҡында, ошо ауылдың аҡһаҡалдары тураһында яҙа, ауылдаштарын һағынып иҫкә ала, хәтирәләргә бирелә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ауылда бөгөнгө көндә ни бары 6-7 йорт ҡына ҡалған. Ауылдарҙың бөтөүенә зарлана, һыҡрана әҙип һәм былай ти: «Эә был күптәребеҙҙең йөрәк яраһына әйләнгән бәләкәй ауылдар… Унарлаған ғына түгел, йөҙәрләгән, ә Рәсәй киңлектәрендә йөҙәр меңләгән бит улар. Ниндәй яҙмыш көтә һеҙҙе?». Артабанғы өсөнсө бүлек «Юлдарым урау-урау» тип атала. Бында яҙыусы-ғалим үҙенең оло тормош юлына аяҡ баҫҡанын, Өфөгә килгән йылдарын, күренекле шәхестәр менән танышыуын һөйләй. «Ғилем һәм ижад үрҙәре» тигән бүлегендә үҙенең фәнгә килеү юлдарын тасуир итә. Һуңғы «Ҡиблалар алмашынған дәүерҙә» тип аталған бүлектә ғалим илдә барған социаль-иҡтисади хәлдәр хаҡында уйлана, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлай. Это и многое другое вы найдете в книге Письмена на сердце. Рашит Шакур (Шакуров Рашит Закирович)

Полное название книги Шакуров Рашит Закирович Письмена на сердце. Рашит Шакур
Автор Шакуров Рашит Закирович
Ключевые слова публицистика, мемуары, автобиографии
Категории Художественная литература, Публицистика
ISBN 9785295070068
Издательство ГУП РБ БИ "Китап" им. Зайнаб Биишевой
Год 2018
Название транслитом pismena-na-serdce-rashit-shakur-shakurov-rashit-zakirovich
Название с ошибочной раскладкой gbcmvtyf yf cthlwt. hfibn ifreh ifrehjd hfibn pfrbhjdbx